Бөгөнгө тапшырыуыбыҙҙың темаһы – "Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ". Был девиз һуңғы ваҡытта, әлбиттә, йыш яңғырай. Ошо исем аҫтында төрлө акциялар ҙа уҙа. Уларҙың барыһы ла махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Кемдәрҙер аҡса йыя, бәғзеләре ойошбаҡштар, йылы кейемдәр тегә, маскировкалау селтәрҙәре үрә һәм башҡалар һәм башҡалар. Беҙҙең ҡунаҡтарыбыҙ ҙа был изге эштән ситтә ҡалмаған. Махсус хәрби операция башланыу менән унда ҡатнашырға теләк белдереүсе замандашыбыҙ майор, тыл буйынса полк командиры урынбаҫары Илдар Шәғәлин һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәребеҙгә ярҙам ҡулын һуҙыусы яҡташтарыбыҙҙың береһе Борис Ғөзәйеров.