Хәйерле иртә, Республика! - 03.05.2023 Китап байрамы

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 03.05.2023 Китап байрамы

Бөгөнгө программабыҙ тәүге тапҡыр уҙғарыласаҡ Китап байрамына бағышланыҡ. Ә дөрөҫөрәге, Өфөлә 26-сы майҙан алып 28-нә тиклем үтәсәк Халыҡ-ара китап йәрминкәһе тураһында барасаҡ һүҙебеҙ.

Йәрминкәлә ҡатнашырға Рәсәй төбәктәренән һәм яҡын сит илдәрҙән 70-тән ашыу нәшриәт ҡатнашырға теләк белдергән һәм был һан көндән-көн арта.

Төп урын — Өфөнөң Совет майҙаны. Айырым майҙансыҡта Зәйнәп Биишева исемендәге "Китап” нәшриәте "Төбәк тарихы. Башҡортостан тарихы." тигән экспозиция тәҡдим итә.

Студиябыҙҙа Зәйнәп Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтенең баш мөхрәррире Зөлфиә Ҡарабаева менән әңгәмә ҡорабыҙ.