Тирә –яҡ матурлыҡҡа, йәшеллеккә күмелгәндә төрлө аллергик ауырыуҙар барлыҡҡа килә. Кемдер сөскөрә, күҙҙәренән йәштәр аға, тын быуыла.
Ваҡытлыса, әммә ҡайһы бер кешеләр өсөн ауыр осор. Ошоно күҙ уңында тотоп, һеҙҙе лә уйлап, студияға табиптарҙы саҡырҙыҡ та инде. Уларҙың дауалау йүнәлеше аллергияға бәйле.
Студия ҡунаҡтары — үҙ эшенең оҫталары: табип- педиатр, аллерголог һәм иммунолог Юлиә Искәнйәрова һәм табип – терапевт, доцент Гөлнур Әхмәҙуллина.