Хәйерле иртә, Республика! - 29.06. 2023 Балаларҙың йәйге ялы

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика!  - 29.06. 2023 Балаларҙың йәйге ялы

Балаларҙың көтөп алынған йәйге каникулдары башлана. Кемдер ауылға олатай-өләсәй янына ашыға, икенселәр ата-әсәһе менән диңгеҙ ярына барырға ниәтләй, әммә балаларҙың күбеһе тиҫтерҙәре менән һауыҡтырыу лагерҙарындағы ялды хуп күрә. Әйткәндәй, быйыл Башҡортостанда 1663 лагерь эшләйәсәк.

Ата-әсәләргә балаһының ялы күпмегә төшәсәк һәм хәүефһеҙлек саралары тулыһынса күҙәтеләме ошо хаҡта һөйләшәбеҙ. Студия ҡунағы — республика Фән һәм мәғариф министрлығының өҫтәмә белем биреү һәм тәрбиә бүлегенең өлкән кәңәшсеһе Рәмзиә Биҡҡужина.