Был татлы ризыҡ һәр табындың йәме. Өй туйлау булһынмы, Ҡөръән аштары, никах туйҙары — халҡыбыҙҙың бер байрамы ла бауырһаҡһыҙ үтмәй. Бөгөн беҙ ҙә эфирыбыҙҙы йәмләп татлы ла, баллы ла, бауырһаҡ тураһында һөйләшеүгә саҡырабыҙ.
Ҡунаҡтарыбыҙ - бауырһаҡ бешереүсе оҫтабикәләр Рәүилә Сафина менән Лилиә Нуртдинова.