Хәйерле иртә, Республика! - 26.06.2023 Дуҫлыҡ күпере

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 26.06.2023 Дуҫлыҡ күпере

Башҡортостан Рәсәйҙә белорустар күпләп йәшәгән республкиаларҙың береһе. Һуңғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, беҙҙә бөгөн 18 меңгә яҡын белорус бар. Улай ғына түгел, хәҙер Башҡортостан тәбиғәтенең бер өлөшө тап Белорусияныҡын хәтерләтә. Студияға әңгәмә ҡорор өсөн бөгөн ике ҡунаҡ саҡырҙыҡ. Эксперттарыбыҙҙың береһе — ысын белорус ҡыҙы Жанна Хализова. Ул белорустарҙың Иглин районындағы тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе. Икенсе ҡунағыбыҙ - Башҡортостан халыҡтары дуҫлығы йорто етәксеһе Флүзә Ғайсина.