Быйыл Башҡортостан вуздарында 14 886 бюджет урыны бар. Уҙған йыл менән саҡыштырғанда был 512 урынға күберәк. 2023 йылдың ҡабул итеү кампанияһында тағы ла ниндәй үҙгәрештәр һәм яңылыҡтар бар? Ошо турала республиканың алдынғы юғары уҡыу йорттары вәкилдәре менән һөйләшәсәкбеҙ. Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы, профессор, филология фәндәре докторы, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Гөлфирә Абдуллина һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт Дәүләт Педагогия Университетының башҡорт филологияһы факультеты деканы, филология фәндәре докторы, профессор Ләйлә Хөсәйенова студияла.
Хәйерле иртә, Республика! - 14.07.2023
Юғары белем артынан