Хәйерле иртә, Республика! - 07.07.2023 Халыҡ дауаһы

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 07.07.2023 Халыҡ дауаһы

Элек-электән ауылдың иң хөрмәтле кешеләре халыҡ табиптары булған. Рәсми медицина ни тиклем алға китһә лә, халыҡ аҡылы, боронғо дауалау саралары үҙ әһәмиәтен юғалтмай. Кешеләр әленән-әле халыҡ медицинаһына мөрәжәғәт итә. Шөкөр, боронғо дауалау ысулдарын яҡшы белгән һәм әүҙем ҡулланған имселәребеҙ ҙа етерлек. Уларҙың береһе бөгөн беҙгә ҡунаҡта — халыҡ табибы Әнисә Намаҙбаева.