Хәйерле иртә, Республика! - 09.08.2023 Башҡорт аты

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 09.08.2023 Башҡорт аты

Республикала быйыл башҡорт тоҡомло аттарын өйрәнеү буйынса фәнни-тикшереү институты булдырылды. Ошо хаҡта Радий Хәбировтың Указы донъя күрҙе.

Башҡорт атын өйрәнеү менән әлегәсә йәмәғәт башланғысында “Ирәндек” фонды ла шөғөлләнеп килә. Ойошманың эксперт комиссияһы рәйесе Әкрәм Хөсәйенов бөгөн беҙҙең студияла ҡунаҡта.