Халҡыбыҙ августы “урағай” тип атай. Исеме үк әйтеп тора — был осорҙа баҫыу-ҡырҙарҙа ураҡ эштәренең гөрләгән мәле. Тәжрибәле баҡсасылар иһә августа емеш-еләген бер төрлө итеп, ҡышҡыллыҡҡа йәшелсәнән әҙерләмәләрен эшләй башлай. Ә бына беҙҙең бөгөнгө ҡунағыбыҙ йыл һайын 500-ләп банка әҙерләмәләрен эшләп ҡуя, тип әйтһәм ышанаһығыҙмы? Әйҙәгеҙ әле үҙенән һорайыҡ. Бөгөн беҙ баҡса уңышы тураһында һөйләшәбеҙ.
Хәйерле иртә, Республика! - 11.08.2023 Донъя уңғандар ҡулында
"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта эфирға сыға.