Ишембай ретро — шлягер конкурсын ҡаршы ала. Республика тарихында икенсегә үтәсәк һәм төбәк-ара кимәлдә уҙғарылған был ярыштың хәҙер әйтер һүҙе лә, тотҡан урыны ла бар.
Ретро-шлягер конкурсы маҡсаттары һәм бурыстары тураһында бөгөн студиябыҙ ҡунаҡтары – Башҡортостандың халыҡ артисы, Ишембай ҡала мәҙәниәт һарайы етәксеһе Ғәзим Ильясов менән Ишембай районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе урынбаҫары Фәнил Кинйәғолов һөйләй.