Хәйерле иртә, Республика! - 22.08.2023 Ҡош киҙеүенән нисек һаҡланырға? Ураҡтың тәүге һөҙөмтәләре

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 22.08.2023  Ҡош киҙеүенән нисек һаҡланырға? Ураҡтың тәүге һөҙөмтәләре

2023-сө йылда Рәсәйҙең 30-лап төбәгендә ҡош киҙеүенең 66 осрағы теркәлгән, шуларҙың 18-е Волга буйы федераль округында. Киҙеү беҙҙең республикаға ла килеп етте. Белгестәр тиҙ арала киҙеү усағын ҡамап алып, Өфө районында карантин иғлан ителде һәм Башҡорт ҡошсолоҡ фабриаһына яҡын-тирәләге биләмәләрҙә ҡоштарҙы вакцинациялауҙы башланы. Әле хәлдең нисек булыуы тураһында һөйләшеү өсөн мин студияға ветеринария буйынса төбәк дәүләт комитетының бүлек етәксеһе
Линар Ибраһим улы Йыһаншинды саҡырҙыҡ.

Республикала ураҡ нисек бара икән? Ураҡтың тәүге һөҙөмтәләрен Башҡортостандың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ирек Искәндәр улы Сураҡовтан ишетеп-белештек.