Бөгөн беҙ эфирыбыҙҙы "Полилинингваль мәктәп - мәғариф киләсәге" тип атаныҡ. Ысынлап та, республикабыҙ Башҡортостан халыҡтары телдәре нигеҙендә полилингваль мәктәптәр ойоштороуға курс алған төбәк булараҡ танылыу яулай бара. Бөгөн Башҡортостанда дүрт полилингваль мәктәп эшләй: икәүһе – Өфөлә, тағы икәүһе – Нефтекамала һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында. Башҡортостан башлығы Указына ярашлы, йыл аҙағына тиклем республикала тағы 4 ошондай уҡ мәктәп асылырға тейеш. Полилингваль мәктәптәр иңенә ниндәй бурыстар йөкмәтелә. Улар башҡа уҡыу йорттарынан нимәһе менән айырыла? Ошо һәм башҡа һорауҙарға Дим районының 2-се Смарт республика полилингваль күп профилле гимназияһы директоры Наил Әминев яуап бирә.
Хәйерле иртә, Республика! - 18.08.2023 Полилингваль мәктәп - мәғариф киләсәге
"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта эфирға сыға.