Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы телебеҙҙе үҫтереүгә арналған грант иғлан итте. Был күләмле проект беренсе сентябрҙән старт алды. Уның еңеүсеһе 200 мең һумға тиклем матди ярҙамға дәғүә итә ала.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика халҡын башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән гранттар конкурсында әүҙемерәк ҡатнашырға саҡырҙы.
Проект авторҙары алдына ниндәй талаптар ҡуйыла? Ниндәй йүнәлештәр буйынса эштәр ҡабул ителә? Ошо һәм башҡа һорауҙарға Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы етәксеһе Гөлназ Йосопова яуап бирә.