Хәйерле иртә, Республика! - 08.09.2023 Финанс белем - заман талабы

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 08.09.2023 Финанс белем - заман талабы

Аҡса темаһы һәр-беребеҙ өсөн көнүҙәк. Әммә күптәребеҙ был ҡиммәтле ҡағыҙҙарҙы ҡулында тота ла белмәй. Айына күпме аҡса ашауға, түләүҙәргә, яғыулыҡ, кейемгә китә һанап ҡарағанығыҙ бармы? Эш хаҡының ниндәйҙер өлөшөн айырым һалып бараһығыҙмы, бәлки балаларығыҙҙы финанс белемгә өйрәтәһегеҙҙер. Тормоштоң финанс өлкәһендә мәғлүмәтле булыу зарурлығы тураһында булыр һүҙебеҙ. Ә был эште бала саҡтан башлар кәрәк.

Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта — йәш әсә, һөнәре буйынса бухгалтер Люциә Дәүләтшина һәм уның улы Аман.