Хәйерле иртә, Республика! - 13.09.2023 Сәс - йөҙ күрке

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 13.09.2023 Сәс - йөҙ күрке

Бөгөн программистар һәм парикмахерҙар көнө. Был һөнәр эйәләрен байрамдары менән тәбрикләп, эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.

Ошо уңайҙан "Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуының шаршамбы сығарылышына йөҙ күрке – сәс менән эш итеүсе оҫталарҙы саҡырҙыҡ.

Һуңғы осорҙа киң танылыу алған йүнәлеш — ир-егеттәрҙең сәсен ҡырҡып, прическа эшләүсе барбер Ильяс Байғусҡаров һәм парикмахер-универсал Ләйлә Мөхәмәтғәлина студияла.