Хәйерле иртә, Республика! - 19.09.2023 "Садко" Мәскәүҙе яуланы

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 19.09.2023 "Садко" Мәскәүҙе яуланы

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солистары Башҡортостандың халыҡ артисы Әлфиә Кәримова һәм Халыҡ-ара, Рәсәй, төбәк конкурстары лауреаты Рим Рәхимов бөгөн беҙҙә ҡунаҡта.
Артистар үткән аҙнала Мәскәүҙә легендар Ҙур театр сәхнәһендә бик уңышлы сығыш яһап ҡайттылар.