Иртәгә Өфөлә "Мәүлет ән Нәби" байрамы уҙа. Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең тыуғн көнөнә арналған был кисә алдынан Башҡортостан ғына түгел, ә оло Башҡортостан биләмәһендә Ислам динен таратыуға баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән шәхестәребеҙ тураһында һөйләргә лә ваҡыттыр.
Бөгөнгө һөйләшеү башҡорт мәғрифәтсеһе, ислам дине тәғлимәттәрен Мөхәммәт пәйғәмбәр өммәтенән булғандарға аңлатыусы Зәйнулла ишан Рәсүлев тураһында.
Ҡунаҡта — Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре, һирәк осрай торған ҡулъяҙмалар бүлеге белгесе, филология фәндәре кандидаты Рәшит Аҡкөбәков һәм Зәйнулла Рәсүлев исемендәге фонд рәйесе урынбаҫары, Болғаҡ ауылы мәсете хәҙрәте Нурмөхәмәт Нуриев.