Сентябрь айы сәнғәт усаҡтары өсөн үтә лә яуаплы, ҡыҙыу мәл. Кем уҙарҙан улар ижад миҙгелен аса. Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта Абдулла бабай Солтановтың яҡташтары, Учалы филармонияһы артистары.
Ҡунаҡта — филармонияның художество етәксеһе Раушания Мәхмүтова, "Уралтау" бейеү ансамбле етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлнур Сөләймәнова, бейеүсе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марат Усманов.
Хәйерле иртә, Республика! - 25.09.2023 Учалы аҫылташтары
"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта эфирға сыға.