Һалҡын көҙҙөң һары төҫө күңелдәргә Һағыш өҫтәгәндәй. Көҙһылыуҙың ямғырҙары ялҡытманымы әле, дуҫтар?Төшөнкөлөккә бирелеп, бер аҙ бойоғоп китһәгеҙ, барлыҡ эштәрегеҙҙе ҡалдарып бөгөнгө тапшырыуға ҡушылығыҙ. Бөгөн беҙ кейем ярҙамында моңһоҙ көҙгә сағыу төҫтәр өҫтәргә өйрәтербеҙ. Көҙгө гардероб ниндәй булырға тейеш? Өҫкө кейем һайлағанда нимәгә иғтибар итергә? һорауҙар күп һәм был эштә беҙгә стилист ҡыҙҙар Лилиә Мәхмүтова менән Айгүзәл Ғарипова ярҙам итер.
Хәйерле иртә республика - Көҙгө гардероб
Көҙгө гардероб