Хәйерле иртә, Республика! - 27.10.2023 Башҡорт телен - донъя кимәленә!

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 27.10.2023 Башҡорт телен - донъя кимәленә!

Водителдәр өсөн ҡыуаныслы яңылыҡ. Хәҙер автомобиль йөрөтөүселәр ҡала буйлап башҡорт навигаторы менән йөрөй аласаҡ. Юл күрһәтеүсе билдәле Яндекс-карта ҡушымтаһы башҡорт телендә эшләй башлаған. Ә водителдәрҙе юлдар буйлап легендар дикторыбыҙ, алтын тауышлы Флүрә Мурзина оҙатып бара. Беҙ был ҡыуаныслы ваҡиғанан ситтә ҡала алманыҡ һәм бөгөн эфирыбыҙға хеҙмәттәшебеҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, "Башҡортостан" Дәүләт телерадиокомпанияһының алып барыусыһы Флүрә Мурзинаның үҙен саҡырҙыҡ.