Хәйерле иртә, Республика! - 22.11.2023 Учалылар ҡор йыя

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 22.11.2023 Учалылар ҡор йыя

Һуңғы йылдарҙа республикала "Атайсал", "Йәнтөйәк", "Яҡташтар" берлеге әүҙем эшләй. Ошо йүнәлештә Дәүләт программалары раҫлана. Ә ҡайһы бер райондарҙа илһөйәрлек, тыуған төйәккә иғтибар йылдар дауамында нығынған. Әйткәндәй, шундай ойошмаларҙың береһе Учалы районының яҡташтар берлеге.Ул быйыл үҙенең 30 йыллығын билдәләй. Ойошманың рәйесе — Башҡортостандың халыҡ артисы Вилдан Яруллин һәм Башҡортостандың ветеринария буйынса Дәүләт комитеты етәксеһе Азат Йыһаншин — бөгөн беҙҙә ҡунаҡта.