Хәйерле иртә, Республика! - 08.12.2023 Күркәм юбилейға әҙерлек

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 08.12.2023 Күркәм юбилейға әҙерлек

"Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһының эш башлауына оҙаҡламай 65 йыл була. Оло юбилей миҙгеленә әҙерлек әленән үк бара. Төҙөкләндереү эштәре тамамланып киләһе аҙнанан яңыртылған ҙур студия асылыуын көтәбеҙ. Шөкөр, аяғына ныҡлы баҫып тора коллектив һәм яҡшы һөҙөмтәләр менән эшләй. "Рәсәй1-Башҡортостан", "Рәсәй24 — Башҡортостан" һәм "Башҡортостан 24" каналдарында барған тапшырыуҙарҙы ҡараусы тамашасылар кимәле буйынса гел алдынғы урындарҙа компания.

Ошондай юғары ҡаҙаныштар менән ҡаршы алырға әҙерләнә байрамын беҙҙең Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы.

Тарихи дата уңайынан беҙ ҙә бөгөн студиябыҙға радио һәм телевидениеның иң вбруйлы хеҙмәткәрҙәрен, легендар дикторҙарыбыҙҙы саҡырҙыҡ. Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре. Алтын тауышлы алып барыусыларыбыҙ Наилә Ғәләүетдинова һәм Флүрә Мурзина.