Әйткәндәй, кәзә мамығының шифалы йылыһын табиптар күптән раҫлаған. Дебет дымды яҡшы һеңдерә, парға әйләндерә, ә үҙе һәр саҡ ҡоро ҡала.
Милли байлығыбыҙ — башҡорт шәлдәре хаҡында булыр бөгөн һүҙебеҙ. Борондан килгән шәл бәйләү ысулы, башҡорт шәленең төрҙәре, ҡулдан-ҡулға тапшырылған бәйләү оҫталығы хаҡында ҡунаҡтарыбыҙҙан белешербеҙ.