Легендар диктор, Башҡортостандың халыҡ артисы, остазыбыҙ Әхәт Мортазиндың арабыҙҙан китеүенә 6 йыл булып килә, ә быйыл уға 65 йәш тулыр ине.
Башҡорт Левитаны, ҡабатланмаҫ тенор, ҡырҡ йылға яҡын көн һайын үҙенсәлекле, мөһабәт тауыш менән Башҡортостан халҡын уятты. Ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә төбәк халҡының оло мөхәббәтен яулаған диктор Әхәт Мортазин хаҡында хәтер йомғағын сисәбеҙ. Беҙҙә ҡунаҡта Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рәис Исмәғилов һәм Әхәт Мортазиндың һеңлеһе Гөлназ Мортазина.