Хәйерле иртә, Республика! - 06.02.2024 Йырлап яуланған үрҙәр

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 06.02.2024 Йырлап яуланған үрҙәр

Донецкта үткәрелгән республика студенттар олимпиадаһында ҡатнашып М.Аҡмулла ис. БДПУ магистранттары лауреат исемдәренә лайыҡ булды.

Улар үҙҙәренең уҡытыусылары менән бөгөн беҙҙә ҡунаҡта. Университеттың музыкаль һәм хореографик белем биреү кафедраһы профессоры, ғалим, педагогия фәндәре кандидаты, БР-ҙың халыҡ артисы Зөлфирә Әғләм ҡыҙы Фәрхетдинова һәм уның уҡыусылары: БДПУ магистранттары Мария Крылова, Илья Подлесный.