Бөгөн, 9 февральдә, бөтә Ер шарында Халыҡ-ара стоматологтар көнө билдәләнә. Рәсәйҙә был һөнәри көн күптән түгел генә барлыҡҡа килһә лә, теш белгестәренең яратҡан байрамдарының береһенә әйләнде ул. Беҙҙең өсөн иһә, теш ауырыуҙарын профилактикалап тороуҙы иҫкәртеү өсөн дә яҡшы сәбәп бөгөн. Форсаттан файҙаланып, хөрмәтле тамашасыларыбыҙ, һеҙҙе тештәр сәләмәтлеге тураһында һөйләшеүгә саҡырабыҙ.
Студия ҡунаҡтары — Республика стоматология поликлиникаһы табибы, стоматолог-хирург Юлай Ибраһимов менән Өфөнөң Дим районы клиник дауаханаһының стоматология бүлеге табибы, стоматолог-терапевт Земфира Усманова.