Хәйерле иртә, Республика! - 13.02.2024 Урал ҡыҙҙары

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 13.02.2024 Урал ҡыҙҙары
Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы Урал ауылында егәрле апайҙар йәшәй. Иҫ киткес илһөйәр ҙә улар. Көн дә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттарыбыҙ өсөн маскировкалау селтәрҙәрен үрәләр, йөнойоҡтар бәйләйҙәр, окоп шәмдәрен эшләйҙәр. Улар менән Миңлеғәле Шайморатовтың туғандары осрашып, фронтҡа оҙатыуға әҙер посылкаларҙы ҡабул итте. Күстәнәстәр, селтәрҙәр, башҡа кәрәк-яраҡтар һәм УАЗ автомобиле хәрбиҙәребеҙгә юллана.