Хәйерле иртә, Республика! - 14.02.2024 Китап бүләк итеү ҙә бәхет

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 14.02.2024 Китап бүләк итеү ҙә бәхет

Шаршамбы иртәһе уңышлы үә бәрәкәтле килһен тигән теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Бөгөн 14-се февралдә, Халыҡ-ара китап бүләк итеү көнө билдәләнә. 12 йыл элек башланғыс алған байрамға ҡушылырға теләүселәр йылдан йыл арта.

Үҙенсәлекле байрам сиктәрендә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана акция иғлан итте. "Китап бүләк итеү ҙә бәхет" тип атала ул. Акцияның маҡсаты – кешеләрҙе туған телдә китап уҡыуға йәлеп итеү, баҫылып сыҡҡан китаптарҙы популярлаштырыу, китапҡа яуаплы һәм хөрмәтле ҡараш тәрбиәләү.

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуында ҡунаҡта — Милли китапхана директоры урынбаҫары Радмир Баййегетов.