Хәйерле иртә, Республика! - 21.02.2024 Халыҡ-ара туған тел көнө

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 21.02.2024 Халыҡ-ара туған тел көнө

Бөгөн 21 февраль. Халыҡ-ара туған телдәр көнө билдәләнә. Юнеско тарафынан 1999-сы йылда иғлан ителгән көн тел һәм мәҙәни төрлөлөктө һаҡлау маҡсатында булдырылған. Ер шарында 6 меңдән ашыу тел иҫәпләнә. Уларҙың берәүҙәрендә миллионлаған кеше аралашһа, икенселәрендә бер-нисә кеше генә һөйләшеүе мөмкин.

Башҡортостан татыулыҡ һәм берҙәмлек өлгөһөндәге күп милләтле республика. Телдәр, уларҙы һаҡлау һәм үҫтереү өсөн нимәләр эшләнә?

Студиябыҙ ҡунағы — Башҡортостандың мәғариф һәм фән министрлығының милли мәғариф идаралығы етәксеһе Илдус Ҡаһарманов менән һөйләшәбеҙ.