Хәйерле иртә, Республика! - 15.03.2024 Ауылды уңғандар йәшәтә

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 15.03.2024 Ауылды уңғандар йәшәтә

Ауылды уңғандар йәшәтә, тип атаныҡ бөгөнгө эфирыбыҙҙы. Ысынлап та, һәр ауылдың иң ҙур байлығы – уның тырыш, уңған халҡы.

Әлшәй районы Хәнйәр ауылында йәшәүселәр ҙә әүҙемлеге менән айырылып тора, ата-бабалары хаҡында иҫтәлекте хөрмәтләп һаҡлай, һәр эште берҙәм атҡарып сыға. Күптән түгел, үҙ көстәре менән мәсет төҙөгән улар. Ауылдарының торошо, тормошо тураһында ҡунаҡтарыбыҙ үҙҙәре һөйләр — Әлшәй районы Хәнжәр ауылының әүҙем апайҙары Венера Миһранова менән Лилиә Иҙрисова.