Ҡар ҡапыл иреп гөрләүектәр аға башлаһа, йылғалар ташыу ҙа оҙаҡ көттөрмәҫ, ти ҡотҡарыусылар. Республикала уҙған ҡыш яуған ҡар күләме башҡа йылдар менән сағыштырғанда күпкә артыҡ.Ҙур һыуҙы ҡаршылауға беҙ әҙерме?
Ошо хаҡта Гидротехник ҡоролмаларҙы файҙаланыу буйынса Дәүләт ҡаҙна учреждениеһы баш инженеры Салауат Юнысов һәм Артур Әхмәтханов исемендәге Малаяҙ төбәк эҙләү-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәре Дим Йосопов менән һөйләшәбеҙ.