Ир-егеттәрҙең һаулығы...Был мөһим, кешелектең киләсәген хәл иткән йүнәлешкә беҙ тейешле кимәлдә иғтибар итәбеҙме? Ирҙәрҙең ғүмер оҙонлоғона ҡарап та, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн төрлө программалар эшләп тә, көслө зат күберәк ситтә тороп ҡалыуына иғтибар иткәндә лә, юҡтыр тип уйлайым.
Ошо хаҡта Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы, юғары категориялы табип-уролог Әхмәт Мәхәмәтшин менән әңгәмә ҡорабыҙ.