Ниһәйәт, йылы көндәр етеп, ҡояш сағыуыраҡ яҡтырта башланы. Уның йылы нурҙарын беҙ һағынып бөткәнбеҙ. Әммә күҙ табиптары яҙғы ҡояш нурҙарынан һаҡ булырға саҡыра. Ультрофиолет нурҙары күҙҙәргә насар тәъҫир итә, хатта яман шещкә килтереүе ихтимал, ти улар. Был ысынлап та шулаймы. Ҡара күҙлек күҙҙәрҙе һаҡлаймы. Бөгөн беҙ күҙҙәр сәләмәтлеге тураһында һөйләшеүгә саҡырабыҙ.
Студиябыҙ ҡунағы — табип оптометрист Гөлзинә Науширванова күҙҙәр тураһында барыһын да белә. Бынан тыш, ул күҙлектәр һайлау нескәлектәренә лә етди ҡарарға тәҡдим итә.