Башҡортостан халҡының егәрле һәм тырыш булыуы бөтәһенә лә мәғлүм. Ауыл йәме булған көтөүҙәр бармы, бар? Йәйен һәм көҙөн йылға буйы тулы ҡаҙҙар йөрөйме – йөрөй. Хәстәрлекле һәм хәстәрле ул халҡыбыҙ. Ҡышын ҡалала уҙғарып, йәйен ауылға ҡайтыусылар ҙа хәҙер үҙ ризығын үҙе табырға тырыша. Шуға ла бер-нисә айға тауыҡ себештәрен алып аҫыраусылар ауыл халҡы әйтмешләй "быуа быуырлыҡ". Әммә, тауыҡ тауыҡтан айырыла.
Тауыҡтарын йомортҡа һалһын, ауырымаһын, һимеҙ булһын өсөн нимә эшләргә кәрәк, һәм тауыҡ себештәрен алырға һуң түгелме. Һүҙебеҙ ошо турала. Студияла ҡунаҡта — ошо ауыр эште яҡшы белгән йүнсел, Шөнгәккүл инкубаторы етәкселәренең береһе Радмир Хисаметдинов.