Ленинград блокадаһы - тарихтың онотолмаҫ бите

Ленинград блокадаһы - тарихтың онотолмаҫ бите.
  • Ленинград блокадаһы  - тарихтың онотолмаҫ бите

Бөгөн беҙ һеҙҙе республиканың Хәрби Дан музейында сәләмләйбеҙ. Осраҡлы түгел. Геройыбыҙ яҙмышы ил тарихындағы иң фажиғәле ваҡиғаларҙың береһе – блокадалы Ленинград менән бәйле. Шакирә Ғөбәйҙулла ҡыҙы Бикбулатоваға 6 йәшенән Ленинград блокадаһының бөтә михнәттәре аша үтергә тура килә. Бөгөн ул күргән-кисергәндәре хаҡында беҙҙең менән дә бүлешергә әҙер.