Башҡортостанда яңы туристик обьекттар һаны арта. Һүҙебеҙ Торатау янындағы этнокомплекс тураһында. Май башында сафҡа тапшырылған был үҙәк шихандарҙың береһен ысын мәғәнәһендә сәйәхәт комплексы тип атарға мөмкинлек бирә.
Республика башлығы Радий Хәбиров бының менән менән генә туҡтап ҡалмаҫҡа кәңәш итә. Маҡсат — этнокомплексты Халыҡ-ара кимәлгә сығарыу.