Һыбай менеп елдерер, уҡ-һаҙаҡтан мәргән атыр, үҙе ҡыйыу, үҙе сибәр – бар яҡлап та булмышлы инде ул башҡорт ҡыҙы.
Тап шундай ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе бөгөн беҙҙә ҡунаҡта. Ул ҡатын-ҡыҙҙар араһында һыбай уҡтан атыусыларҙың халыҡ-ара ярышы еңеүсеһе Раушания Сабитова.