Башҡортостан студенттары Бөтә Рәсәй олимпиадаһы еңеүселәре!
Бөгөн студияға ошо олимпиадала беренсе урын яулаусы ҡыҙҙар: Өфө фән һәм технологиялар университеты, башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты, тәржемә бүлегенең 3-сө курс студенты Азалия Нарынбаева һәм ошо уҡ уҡыу йортоноң башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының, педогогика бүлегенең 2-се курс студенты Айзилә Ҡәҙербаева саҡырылды.