Хәйерле иртә, Республика! - 03.06.2024 Урмандарҙы һаҡлау

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 03.06.2024 Урмандарҙы һаҡлау

Башҡортостан урмандарын һаҡлау тураһында барасаҡ бөгөнгө әңгәмә. Уның сәбәбе лә билдәле. Янғындарҙан тыш республика урмандары өсөн йәнә бер әфәт — парһыҙ ебәк күбәләге. Йыл һайын меңдәрсә гектарҙа ағастарҙы ҡырған ошо күбәләктән ҡотолоу юлы бармы?

Студияла ҡунаҡта — Башҡортостандың урман хужалығы министры урынбаҫары Илгиз Фәтҡуллин.