Хәйерле иртә, Республика! - 10.06.2024 Шифалы үләндәр

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 10.06.2024 Шифалы үләндәр

Май менән июнь үҙәҙре үк шифа һәм дауа айҙары. Яҙҙың һуңғы көндәре, йәйҙең башында йыйған үләндәр дауаһы менән дә, шифаһы менән дә килешә. Кәзә һаҡалы, әрем, дегәнәк, үгәй инә үләне һәм башҡалар һәм башҡалар. Уларҙы нисек ҡулланырға һуң? Йыйып киптерергәме, йәкиу ны турап, сәй итеп эсергәме.

Үләндәрҙе һаҡ ҡулланырға кәрәк икәнен дә онотмағыҙ. Сөнки, ҡайһы ваҡыт улар дарыу түгел, ә ағыу булыуы ла ихтимал. Бөгөнгө ҡунағыбыҙ, Хәйбулланан килгән Әнисә Ҡолғанина үләндәр серен яҡшы белеп, шифалылары тураһында беҙгә һөйләргә әҙер.