Милли батырыбыҙ Салауат Юлаев тыуып үҫкән Тәкәй ауылы урынында, 16-сы июндә «Салауат ере» тарихи-мемориаль паркы асылды. Үҙенсәлекле тарихи парктың концепцияһын халыҡ шағиры Мостай Кәримдең «Салауат. Өн аралаш ете төш» әҫәре буйынса әҙерләгәндәр. Комплекстың дөйөм майҙаны — 5 гектарға яҡын. Биләмәлә мемориаль комплекс төҙөлгән, күҙәтеү майҙансыҡтары, музей һәм «йәшел театр», бик күп арт-объекттар, стелалар һәм бәләкәй архитектура формалары, шулай уҡ Салауаттың шиғырҙары яҙылған стендтар бар.
20-се июндә "Рәсәй1-Башҡортостан" телеканалында эфирға сыҡҡан "Хәйерле иртә, Республика! тапшырыуы ҡунағы — "Янғантау" геопаркы тарихсыһы Айнур Ситдиҡов.







