Ниһәйәт, Башҡортостанда баҡса еләге миҙгеле башланды. Хужабикәләр беренсе уңышын йыя, баҡса еләге баҙарҙарҙа һатыуҙа ла күренә башланы. Химикатһыҙ, хуш еҫле еләк алып үҙегеҙҙе, яҡындарығыҙҙы һыйланырға ашығығыҙ. дуҫтар.
Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта иһә, береһенән-береһе тырыш, тәжрибәле баҡсасылар, "Шаран еләге" һәм Шаран баҡсалары хужалыҡтары етәкселәре Рим Капитонов һәм Олег Дмитриев. Улар еләк үҫтереү тураһында барыһын да белә.