Хәйерле иртә, Республика! - 28.06.2024 Ҡоротҡостарға ҡаршы көрәш

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 28.06.2024 Ҡоротҡостарға ҡаршы көрәш

Бесән генә түгел, ә йәнә бер мәсьәлә борсой Башҡортостан хужалыҡтарын. Көндәр йылытыу менән республика баҫыуҙарына саранчалар һөжүм итеүе ихтимал. Ҡоротҡостарға бәйле хәлде Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге лә алдан иҫкәртә. Азияның осоп йөрөүсө саранчалары быйыл Адыгей, Чечен, Ҡалмыҡ Республикаларын, Краснодар һәм Алтай крайҙарына ябырыласаҡ.

Исемлектә Үҙәк, Волга буйы, Урал һәм Себер федераль окрутары, тимәк, Башҡортостан да бар. быйыл ҡара сиңерткәләргә ҡаршы ярты миллион гектар самаһы майҙанды эшкәртергә тейештәр. Республика менән сиктәш Ырымбур өлкәһенең 11 районында ҡоротҡостар тарала башлаған да инде.

Башҡортостанда хәлдәр нисек, саранчаларҙы юҡ итеп буламы. Бөгөнгө һүҙебеҙ ошо турала. Студия ҡунағы – Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең әйҙәүсе агрономы Гөлфиә Нухова.