Башҡортостан ҙур форумға әҙерләнә. Был аҙнала республика уҡытыусыларының август кәңәшмәһенә старт бирелә. Мөғәллимдәрҙең ҙур форумы урыны итеп быйыл Стәрлетамаҡ һайланды. Ҡаланың мәғариф системаһы, ундағы үҙгәрештәр, яңылыҡтар, методика, балаларҙы тәрбиәләү Тап ошондай һорауҙар ҡарала конференцияла.
Ә Стәрлетамаҡта беренсе сентябргә капиталь ремонттан һуң яңы белем усағы эш башлай. Мәктәп, уның мөғәллимдәре, яңы ысулдар тураһында фекер алышырға ниәтләйбеҙ бөгөнгө ҡунаҡтар менән. Улар - Стәрлетамаҡтағы Владимир Ленин исемендәге 2-се лицей-интернат директоры Салауат Ғәлимулин менән уҡыу йорто директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Римма Зөбәйерова.