Ошо көндәрҙә Башҡортостан тәрбиәселәре "Иң яҡшы туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы — 2024" бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулап ҡайтты. Илдең йөҙҙән ашыу педагогы араһынан иң-иңдәр исемен алыу Башҡортостан өсөн - оло мәртәбә.
Беҙ ҙә был ҡыуаныслы ваҡиғанан ситтә ҡала алманыҡ һәм студияға беренсе урын алып ҡайтҡан Өфөнөң 18-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Әлиә Ишдәүләтова һәм Башҡортостан республикаһы мәғарифты үҫтереү институтының милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге директоры урынбаҫары, педагогия фәндәре кандидаты Мәрхәбә Дәүләтшинаны саҡырҙыҡ.







