Республикала янғындарҙың артыуы, утта кешеләрҙең үлеү осраҡтары йыш күҙәтелеүе хәүефкә һала. Янғындар ни сәбәптән сыға, фажиғәләрҙе булдырмаҫ өсөн нимә эшләргә?
Ошо һәм башҡа һорауҙар менән Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе ярҙамсыһы Ленар Вәхитовҡа мөрәжәғәт иттек.