Хәйерле иртә, Республика! - 23.10.2024 Мостай Кәримгә - 105

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 30 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 23.10.2024 Мостай Кәримгә - 105

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыл тулыу айҡанлы тантаналы саралар теҙмәһе дауам итә.

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуында ҡунаҡта — Мостай Кәрим исемендәге фонд Грантының быйылғы стипендиаттары. Грант 2015 йылдан стипендия формаһында Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында уҡыған иң әүҙем, талантлы студенттарына бирелә. Беҙҙә ҡунаҡта — аспирант Миләүшә Шәрәфетдинова, 4-се курс студенты Ғәзиз Ғәббәсов һәм 3-сө курс студенты Гөлсинә Йомағужина.