Өфөлә "Салют" реабилитация-белем биреү үҙәге үҙ эшен башланы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, балалар учреждениеһы төбәк етәксеһе башланғысы менән ҡаланың Киров районында элекке шул уҡ исемле шифахана нигеҙендә төҙөлдө.
Заманса комплекс Рәсәйҙә иң ҙурҙар һәм иң яҡшылар рәтендә. Уның үҙенсәлектәре тураһында "Салют" балалар реабилитация-белем биреү үҙәге хеҙмәткәре, дефектолог Нәсимә Ҡашҡарова һәм ошо үҙәк нигеҙендә эшләгән "Йондоҙ" белем биреү үҙәге директоры Ғәфүр Ғәлимов менән һөйләшәбеҙ.