Улар һүҙе, улар күҙе, улар тауышы менән менән ишетәбеҙ махсус хәрби операция барышы тураһында. Республикала хәҙер яңы һөнәр ҙә бар, ул "хәрби журналистика" тип атала. Әлбиттә, был өлкәне үҙ иткән хәбәрселәрҙең мөмкин тиклем аҙ булыуы кәрәк. Ни тиһәк тә, тормош тыныслығы үҙе яҙмыш бүләге. Студияға саҡырылған ҡунағыбыҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарбыҙ менән фронт һыҙығында осрашҡан хеҙмәттәшебеҙ — Лариса Абдуллина.
Хәйерле иртә, Республика! - 29.10.2024 Фронт һәм ҡәләм
"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 30 минутта эфирға сыға.